Accordly

Урал байлыгы

Дервиш-хан

Урал байлыгы

Күгәреп яталар Ирәндек тауҙары Илемдең ҡуйы урмандары, Йәм-йәшел туғай ҡырҙары, Сылтырап аҡҡан шишмәләре Беҙгә ҡалған ата-әсәләрҙән. Беҙ уны һаҡлайыҡ дуҫтар Килгән йәшлеккә. Э-э-эй, Уралыбыҙ! Беҙҙең бай илебеҙ. Э-э-эй, Уралыбыҙ! Онотма ҡурай моңон. Э-э-эй, Уралыбыҙ! Беҙҙең бай илебеҙ. Э-э-эй, Уралыбыҙ… Һанап бөтмәҫлек булған Урал байлығы Илемдең моңло көйҙәре, Халҡымдың булған бейеүҙәре, Ҡурайҙың моңло көйҙәре Беҙгә ҡалған ата-әсәләрҙән. Беҙ уны һаҡлайыҡ дуҫтар Килгән йәшлеккә. Э-э-эй, Уралыбыҙ! Беҙҙең бай илебеҙ. Э-э-эй, Уралыбыҙ! Онотма ҡурай моңон. Э-э-эй, Уралыбыҙ! Беҙҙең бай илебеҙ. Э-э-эй, Уралыбыҙ…